Хәүефһеҙлек
4 Июля 2020, 11:30

Эш урынында токтан һуғылған...

Һәләк булған ир бүлек мастеры вазифаһын үтәгән.

Һуңға ваҡытта республикала эш урындарында ауыр тән йәрәхәте алыу осраҡтары йышайҙы, үлем менән тамамланғандары ла бар. Әле Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Серафимов автоматика һәм телемеханика тәжрибә заводында бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә вафат булған эшсегә бәйле осраҡты тикшерә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 30 июндә энергомеханика бүлеге мастеры вазифаһын үтәгән 51 йәшлек ир юғары ячейкалы бинаға ингәс, электр тогынан һуғылып һәләк була.
Хәҙер инспекция алдында ниндәй сәбәптәр арҡаһында бындай фажиғәле хәл килеп сығыуын асыҡлау бурысы тора.
Фото: gubdaily.ru
Читайте нас