Өфө ҡала хакимиәте бөгөн, 10 июлдә, Ағиҙел күпере аша йөрөүҙән тыйылып тороуҙы үтенә, сөнки тәүлегенә ике ҡоролма буйынса 125 меңдән машина үтә, был билдәләнгән сиктән 30 процентҡа артыҡ.
Чиновниктар күперҙең бындай ҙур көсөргәнеште күтәрә алмауы ихтимал, тип хәүефләнә. Айырыуса ҡатмарлыҡтар йома көндә, халыҡ ҡаланан ситкә ағылғанда күҙәтелә.
-Өфө ҡала хакимиәте юл хәрәкәтендәге ваҡытлы ҡыйынлыҡтарға аңлап ҡарауҙы һорай. Шулай уҡ мөмкин тиклем ҡаланан сығыу өсөн башҡа юлдарҙы һайлауҙы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе үтенә. Юлдағы авариялар хәлде ҡатмарландырасаҡ ҡына,- тинеләр ҡала хакимиәтендә.
Ағиҙел аша һалыныусы яңы күпер 2021 йылдың аҙағында сафҡа индерелергә тейеш. Водителдәргә һәм пассажирҙарға ваҡытлы ҡыйынлыҡтарҙы түҙемлек менән үткәрергә тура киләсәк.