Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Июль 2020, 11:57

Үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һаҡлайыҡ!

Ҡурҡыныс статистиканы тулыландырырға теләмәһәгеҙ, ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим.

Ҡот осҡос һандар: Башҡортостанда йыл башынан һыуҙа 73 кеше һәләк булды (гәзит баҫылып сыҡҡансы, һандарҙың артыуы ла ихтимал)! Шуларҙың етәүһе – балалар. Ағымдағы аҙнала ғына 12 кеше батҡан. Бер көн эсендә төрлө урындарҙан алты кешенең кәүҙәһе табылды. Ә әле алда эҫе ялдар тора...


Быйылғы йәй, ысынлап та, эҫе килә. Әллә шуға статистика ҡот осҡос. Икенсенән, быйыл пандемия арҡаһында сит илдәргә ялға барыу мөмкинлеге булмағанға, күптәр үҙебеҙҙә урындағы пляж­дарҙа һыу ингәнгә, батҡандар күп кеүек тойоламы? Юҡтыр. Тик нисек кенә булмаһын, һандар үтә хәүефле. Әле бит йәйҙең яртыһы ла үтмәгән, ә күпме кешенең ғүмере өҙөлөп тә өлгөрҙө.


Һыу инергә бер кем дә батып үләм тип бармай. Һәр кемдең һыу буйында, саф һауала ял иткеһе, күңел асҡыһы килә. Йөҙә белмәгән кеше, ғәҙәттә, тәрәнгә төшмәй йәки бөтөнләй һыу инмәй. Тик ни өсөн бындай ял йыш ҡына фажиғә менән тамамлана һуң? Башлыса кемдәр һәм ни өсөн бата?


Статистика шуны һөйләй: иң күбе иҫеректәр һәм ҡарауһыҙ һыу ингән балалар бата. Өсөнсө категория: махсус әҙерләнгән пляжда түгел, ә ҡырағай урындарҙа һыу ингәндәр.


Һыуҙа батмаҫ өсөн тәү ҡа­рамаҡҡа ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә.

l Һәр ваҡыт һыу инеү өсөн ҡотҡарыусылар булған махсус пляждарҙы һайлағыҙ. Рәсми пляжда ҡотҡарыусылар ҙа бар, тәрән урындар ҡалҡыуыстар менән күрһәтелгән була һәм һыуҙың төбө лә ныҡлап тикшерелгән тигән һүҙ.


l Ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Һәйбәт йөҙә белеп тә, йә көҙән йыйырыуы, йә берәй нәмәгә эләгеп һыу аҫтына китеүегеҙ ихтимал.


l Һыу аҫтына суммағыҙ, айырыуса йүгереп килеп. Аҫта, күренмәгән ерҙә, ағас ботаҡтары, хәүефле әйберҙәр, таштар булыуы бар.


l Бейек ярҙан һыуға һикермәгеҙ. Шулай уҡ һыу төбөндә ятҡан берәй нәмәгә бәрелеүегеҙ бар.


Һыуға батып барған кеше бер ваҡытта ла батҡан кешегә оҡшамай. Беҙ кинонан ҡарап беләбеҙ кеүек: кеше бата башлай икән, ул ҡулдарын болғай, йән тауышы менән ҡысҡыра, һыуҙа шаптыр-шоптор килә. Тик ысынбарлыҡ башҡаса. Батып барған кеше ҡысҡыра ла, һөйләшә лә алмай. Ул бар көсө менән тын алырға, һауа һуларға тырыша, шуға күрә унда ҡысҡырыу ҡайғыһы ла, быға көсө лә юҡ. Ҡул болғап, сәбәләнеү ҙә ысын тормошта күҙәтелмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,

кешеләр, айырыуса балалар шым ғына бата. Хатта бындай кешеләрҙән бер-ике метр алыҫлыҡта тороп та, быны һиҙмәй ҡалыу ихтимал.


Шуға күрә, балалар менән килдегеҙ икән, уларҙан бер минутҡа ла иғтибарығыҙҙы өҙмәгеҙ. Үҫмерҙәрҙе лә һәр ваҡыт ҡарап торорға кәрәк. Улар үҙҙәрен көслө, мәңге батмаҫмын тип тоя. Кемдер бәхәсләшеп икенсе ярға йөҙөп сығырға тырыша.


Батырышып уйнарға яратҡандар ҙа юҡ түгел. Әйткәндәй, был аҙнала батып үлгән кешеләрҙең өсәүһе – 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр. Бөтә осраҡта ла улар ата-әсәһеҙ булған, һыу инергә дуҫтары менән килгән.


Балалар өсөн бөтә яуаплылыҡ – ата-әсә иңендә! Уларға һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында даими һөйләгеҙ, өйрәтегеҙ. Ышаныслы итеп йөҙөргә өйрәтегеҙ. Тик барыбер яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ.


Башҡортостанда батып үлгән кешеләрҙең күпселеге – иҫерек ир-ат. Шуныһы, уларҙың уртаса йәше 25 – 35. Типһә тимер өҙөрлөк, көслө ирҙәребеҙ араҡы арҡаһында был тормош менән хушлаша. Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан тигән әйтем буш ерҙән килеп сыҡмаған. Эсеп алғандар үҙҙәрен бигерәк батыр итеп тоя, йылға-күлдең үҙенсә­лектәрен белмәгән килеш һикерәләр һәм күпселек осраҡта кире йөҙөп сыға алмайҙар. Үткән аҙнала республикала булған бер осраҡты миҫалға килтерәбеҙ.


Мәләүез районында 37 йәшлек ир дуҫтары менән күңел асырға күл буйына бара. Эсеп батырайып алғас, ул иптәше менән күлде аша йөҙөп сыҡмаҡсы була. Әлбиттә, ҡулдарынан килмәй һәм улар бата башлай. Һыу буйында йөрөгән башҡалар уларҙы күреп ҡала һәм ярға һөйрәп сығара. Үлемдән ҡалған иҫерек дуҫтар әҙерәк ял итә лә, киренән икенсе ярға сығырға ҡарар итә. Ярар береһе йәйәүләп китә, ә икенсеһе барыбер йөҙөп сығырға була һәм батып үлә. Был юлы уны бер кем дә ҡотҡарып өлгөрмәй. Күренеүенсә, эскән кешенең башында ҡурҡыу ҙа, һаҡланыу тойғоһо ла юҡ. Шуға күрә, матур ялдың йәмен ебәрмәҫ өсөн, пляжға иҫерек килеш бармағыҙ. Яр буйында, ғәм халыҡ алдында эсеп ултырыу ҙа күңелле күренеш түгел. Ялдың был йәмһеҙ төрөн өйгә ҡалдырығыҙ.


Һыуҙа батып барған кешене күреп ҡалһағыҙ, иң тәүҙә “112” номерына шылтыратып, ҡотҡарыу­сыларҙы, табиптарҙы саҡырығыҙ. Үҙ көсөгөҙгә ышанмайһығыҙ икән, уны ҡотҡарырға ташланырға ашыҡмағыҙ. Үлем ҡурҡынысы янаған кеше ҡотҡарыусыһын да батырған осраҡтар күп.


Эйе, аңһыҙ ҡазанан өҙөлгән ғүмер янында был штрафтар бер нәмә лә түгел кеүек. Ашҡынып көтөп алған йәй һәм һыу буйындағы ял төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғәгә килтермәһен өсөн үрҙә телгә алынған ҡағиҙәләрҙе үтәйек һәм үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡ­лайыҡ!


Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров:


– Эҫе көндәр башланыу менән республика йылға, күлдәрендә батып үлгәндәр һаны артты. Ошо аҙнала ғына һыу ингәндә алты кеше һәләк булды. Ике көндә Бөрөлә, Салауатта һәм Ауырғазы районында өс баланың ғүмере өҙөлдө. Уларға ни бары 14 – 17 йәш ине. Оператив мәғлүмәт­тәргә ҡарағанда, йыл башынан алып республикалағы һыу объекттарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика көндөң икенсе яртыһында – көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 9-ға тиклем – һыуға батыусыларҙың күплеген сағылдыра. Күңелһеҙ хәлдәрҙең сәбәбе билдәле, улар өсәү:

1) иҫерек килеш һыуға төшөү;

2) тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу инеү;

3) балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырыу.

Таныш булмаған, тыйылған урындарҙа һыу инмәҫкә саҡырам. Бындай урындарҙа һыу аҫтында көслө ағым, өйрөлтмәк, лапы, тәрән ерҙәр, һалҡын инештәр булыуы ихтимал. Эскән килеш йәки яңғыҙ һыуға төшмәгеҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ, көсөгөҙҙө һәм мөм­кинлегегеҙҙе баһалап еткермәй, йылғаны йәки башҡа һыу ятҡы­лығын йөҙөп сығырға маташмағыҙ. Балаларҙы йылға, күл буйҙарына үҙҙәрен генә ебәрмәгеҙ, һыу эргәһендә ял иткәндә уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ! Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре уларҙы үтәмәү һөҙөмтәһендә һәләк бул­ғандарҙың әсәләре һәм туған­дарының әсе күҙ йәше менән һуғарылған. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек талаптарын һәр саҡ үтәгеҙ! Яҡындарығыҙ һәм эргәгеҙҙәге башҡа кешеләр тарафынан уларҙы боҙоуға юл ҡуймағыҙ! Бергәләп кенә беҙ үҙебеҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла һыуҙағы фажиғәләрҙән һаҡлай алабыҙ!



Читайте нас: