Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июль 2020, 12:15

Бер тәүлектә һигеҙ кеше әрәм...

Барыһы ла - йәш, эшкә яраҡлы ир-ат.

Үткән тәүлектә республикала һигеҙ кешенең һыуға батып үлгәне асыҡланды.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, уларҙың барыһы ла - йәш, эшкә яраҡлы ир-ат. Аяныслы хәлдәрҙең бөтәһе лә “ҡырағай” пляждарҙа теркәлгән. Мәҫәлән, Туймазы районының Исмәғил карьерында 39 йәшлек ир һыуға сума һәм һәм кире сыҡмай. Бөгөн уның кәүҙәһе өс метр тәрәнлектә табылған. Борай районы Вострецов ауылында 24 йәшлек егет батып үлгән. Уның кәүҙәһен алты метр тәрәнлектән тапҡандар. Баймаҡ районының Әптекәй күле буйына 43 йәшлек ир туғандары менән ял итергә сыға. Һыу инергә төшөп, батып үлә. Уның да кәүҙәһе бөгөн табыла. Ә бына Саҡмағош районында 31 йәшлек егеттең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар эҙләүен дауам итә.
Көндәрҙең ныҡ эҫе булыуы халыҡты йылға-күл буйҙарына барырға мәжбүр итә. Әммә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе онотмаһаҡ ине. Иң мөһиме - ярамаған урындарҙа, атап әйткәндә, “ҡырағай” пляждарҙа һыу инеү ҡәтғи тыйыла.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: