Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июль 2020, 20:45

Тауҙан тура - ял итеүселәр өҫтөнә

Сит ил машинаһы, палатканы тапап, икенсе автомобилгә барып бәрелгәс кенә туҡтай...

Бөгөн Асылыкүлдә фажиғә була яҙа. Ял итеүселәрҙең береһе "SKODA Fabia" автомобилендә ҡалҡыу урынға күтәрелгән ваҡытта, ниңәлер, туҡтарға була. 59 йәшлек водитель автомобиленән сыға, әммә транспорт сараһын ҡул тормозына ҡуйырға онота. Шул ваҡыт автомобиль тауҙан тура ял итеүселәр өҫтөнә төшөп китә.
Шау-шыу ҡуба. Бәхеткә күрә, ял итеүселәр автомобиль хәрәкәте траекторияһынан ҡасып өлгөрә. Палаткаларҙың береһенән атай кеше бәләкәй улы менән тиҙ генә сығып, фажиғәнән ҡотолалар, бер-ике секундтан “хужаһыҙ” машина, палатканы тапап, Ford автомобиленә барып бәрелгәс кенә туҡтай.
Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас: