Башҡортостан
-25 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
15 Июль 2020, 01:15
Указға йәнә үҙгәреш индерелде
Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, штатында медицина персоналы даими нигеҙҙә эшләгән һәм балаларҙы дауалау тормошҡа ашырылған, “профилакторий” йәки “шифахана-һауыҡтырыу лагеры” тигән статусҡа эйә булған айырым һауыҡтырыу учреждениелары, шулай уҡ айырым балалар һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагерҙары коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ҡарары нигеҙендә 29 июлдән эшләй башлай.
Бынан тыш, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына аҙна һайын шишәмбе (көндөҙгө сәғәт 3-тә) брифинг үткәреү, унда сирҙең таралыу мәсьәләләре буйынса дөрөҫ мәғлүмәт биреү бурысы йөкмәтелә.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.