Хәүефһеҙлек
19 Июля 2020, 16:50

“Беҙҙең халыҡ ярҙамсыл...”

Бөрйән районындағы янғындарҙы һүндереүҙә ҡатнашҡан ирекмәндәр араһында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм уның ғаиләһе лә бар. Ҡатыны, "Тамыр" балалар телеканалының етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина Инстаграмдағы сәхифәһенә түбәндәгеләрҙе яҙған...

Бөрйән районындағы янғындарҙы һүндереүҙә ҡатнашҡан ирекмәндәр араһында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, уның ҡатыны - “Тамыр” балалар телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, ҡыҙы Гәлсәр, улы Урал да бар.
“Беҙҙең халыҡ ярҙамсыл. Урындағылар дәррәү сыҡты, Бөрйән эшҡыуарҙары аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, ашау ойоштора. Бөрйән халҡы тыштан тыныс, хатта мәрәкәләргә лә өлгөрәләр. Биштәрҙәр таратып бирҙеләр ҙә, янған урман буйлап ебәрҙеләр. Бульдозерҙар ерҙе һөрөп, янған урындарҙы әле ут теймәгән урман яғынан айырҙы. Ҡайҙалыр тәбиғи ҡаршылыҡ булып шишмә-йылғалар аға.
Тыштан барыһы ла тыныс, һәйбәт ойошторолған кеүек, әммә ысынын әйткәндә, хәлдәр хөртөрәк. Урман эсенән буш биштәрҙәр менән ирекмәндәр сыға, һыу көтәләр, ә һыу юҡ. Ут эсендәге гектар-гектар урманды ҡул менән генә һүндереп булмай. Әлегә ямғырға ғына ышанырға ҡала.
Беҙ был ялда балаларҙы Асылыкүлгә алып барырға тейеш инек, әммә үткән төндә Зариф Бөрйәнгә юлланырға ҡарар итте. Ул башҡаса булдыра алмай ине. Иртәнсәк бар ғаилә менән юлға сыҡтыҡ.
20 литрлыҡ һыу тултырылған биштәрҙәр аҫҡан ирекмәндәр араһында таныш башҡорт егеттәрен осраттым”, – тип яҙа үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә Гөлназ Ҡолһарина һәм Шәфҡәт Ғәбитов, Рөстәм Абдразаҡов, Арсен Йәнекәев, Иҙел Сөләймәнов атлы егеттәргә, урындағы шәхси эшҡыуар, ашау мәсьәләһен хәл иткән Гөлфиә Григорьеваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Фото: Инстаграм
Читайте нас