Хәүефһеҙлек
19 Июля 2020, 18:00

Евроларҙан "елдәр иҫкән..."

Сит илдә бала ҡарап, аҡса туплап, тыуған яғына ҡайтҡан ҡатындың ҙур күләмдә ге аҡсаһы юғала.

Күңелһеҙ ваҡиға Шишмә ҡасабаһында теркәлә. "Комсомальская газета" порталы хәбәр итеүенсә, Италияла эшләп ҡайтҡан ҡатындың ярты миллиондан ашыу аҡсаһы юғала.
47 йәшлек ҡатын сит илдә бала ҡарап, ҙур күләмдә сит ил валютаһы туплай. Зыян күреүсе белдереүенсә, был аҡсалар уның танышының йортонан юҡҡа сыға. Енәйәтсенең тәҙрәне ватып, фатирға инеүе һәм аҡса һалынған урынды табып, ундағы бөтә евроларҙы алыуы асыҡланған. Криминалистар ваҡиға урынында бурҙың бармаҡ эҙҙәрен таба. Уғрылыҡ буйынса енәйәт эше асылған, енәйәтсене эҙләү дауам итә. Ә бит урланған "табыш" та мул ғына: барлығы 8100 евро юҡҡа сыҡҡан. Бөгөнгө курсҡа әйләндергәндә, 650 мең һумдан күберәк.
Янығыҙҙа ҙур суммала аҡса йөрөтмәгеҙ, уларҙы банктарҙа һаҡлағыҙ.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас