Хәүефһеҙлек
20 Июля 2020, 10:30

Аттракциондар ҡасан асылыр?

Ярты миҙгел үтеп тә китте инде...

Йәй аттракциондарҙа күңел асыу мәле. Тик был ял бәхетһеҙ осраҡтарға бәйле булыуы ла ихтимал. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ошо тема тикшерелде. Башҡортостан Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов аттракциондарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
– Бөгөн республикала аттракциондарҙың 50 проценты техник тикшереү үткән. Был эш артабан да дауам итә, – тине ул.
Иң күбе Стәрлетамаҡтағы аттракциондар тикшерелгән, был һан 92 процент тәшкил итә. Икенсе урында 64 процент менән Өфө. Артабан Бәләбәй, Илеш, Учалы райондары килә.
Коронавирус пандемияһы арҡаһында, аттракциондар паркы ярты миҙгелде бушҡа үткәреп ебәрҙе лә инде. Ошо сәбәпле бер нисә парк банкротҡа ҡалған һәм мөлкәтен һата.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда дүрт меңдән ашыу аттракцион теркәлгән. 2018 йылдан алып аттракциондар торошо өсөн “Ростехнадзор” яуап бирә. Тикшереүҙәр хәҙер етдирәк, ошо сәбәпле парктарҙағы бәхетһеҙ осраҡтар ҙа кәмегән.
Быйыл тикшереү эштәрен йәй уртаһына күсергәйнеләр. Яртыһы тикшереү үтһә лә, уларҙың ҡасан асылыры әлегә билдәле түгел.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне “Роспотребнадзор” менән берлектә тикшерергә ҡушты. Бәлки яҡын арала улар асылыр, сөнки аттракциондарҙың күпселегендә социаль дистанцияны үтәү мөмкин.
Фото: bash.news
Читайте нас