Хәүефһеҙлек
24 Июля 2020, 16:50

Рәсүл Сафиндың ғаиләһен ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡтар

Башҡортостан Башлығы һәләк булған ирекмәндең туғандары менән осрашты.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Белорет районы Сермән ауылынан Ҡыраҡа тауҙарындағы урман янғынын һүндерергә ирекмән сифатында барып, вафат булған 60 йәшлек Рәсүл Сафиндың ғаиләһенә ярҙам итергә ҡушты.
Ир ысын күңелдән урман янғынына ҡаршы көрәшергә юллана, тик унда барып етә алмай – йөрәге туҡтай. Уны ерләүҙә урындағы район хакимиәте ярҙам иткән.
Башҡортостан Башлығы һәләк булған ирекмәндең туғандары менән осрашты.
“Беҙ хеҙмәттәшебеҙҙе юғалттыҡ, тип әйтергә лә була. Ҡайғығыҙҙы ысын күңелдән уртаҡлашам. Беҙгә таяна алаһығыҙ. Һеҙгә нисек ярҙам итеү тураһында уйларбыҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Ауылдаштары Рәсүл хаҡында тик йылы һүҙҙәр әйтә. Ул яуаплы шәхес һәм яҡшы ғаилә башлығы булған, оҙаҡ йылдар колхозда водитель булып эшләгән, һуңғы йылдарҙа – балалар баҡсаһында ҡаҙанлыҡ операторы булараҡ хеҙмәт иткән.
Ваҡиға шаһиттары белдереүенсә, янғын урынына барып етергә 50 метр ҡалғас, Рәсүл Сафиндың йөрәге туҡтаған. Яҡындарының ҡайғыһын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас