Өфөлә бер ир хаҡлы ялдағы ҡатынға ташланған, тип хәбәр итә “Башҡортостан” дәүләт телевидениеһы һәм радиокомпанияһы.
Был көндө ҡатын эштән ҡайтып барған.
Ир ҡатынды мыҫҡыллаған һәм бар аҡсаһын тартып алып ҡасҡан. Оҙаҡламай ул ҡулға алынған. Асыҡланыуынса, ир психик сирле булған һәм иҫәптә торған.
Республиканың Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, был факт буйынса енәйәт эше асылған.