Хәүефһеҙлек
28 Июля 2020, 07:10

Атыш ойошторған ир тотолған

Төн уртаһында Өфө үҙәгендә низағ ойоштороп, ундан ашыу пуля ебәргән әҙәмдән һорау алғандар. Ә ул йәрәхәтләгән кеше...

Төн уртаһында Өфө үҙәгендә атыш ойоштороп, шау-шыу ҡуптарған, бер кешене ауыр йәрәхәтләгән ир тотолған. Унан полиция хеҙмәткәрҙәре һорау алып өлгөргән дә инде.
Атыш 26 июлдән 27-һенә ҡараған төндә, Чернышевский урамындағы "The Bar" клубы эргәһендә булыуы хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне. Асыҡланыуынса, ике кеше араһында низағ килеп сыҡҡан һәм уларҙың береһе бәхәсте ҡорал менән хәл итергә ниәтләгән.
Ирҙәрҙең береһе ауыр хәлдә реанимацияла, пулялар уның башына һәм аяғына тейгән. Ваҡиға урынында ундан ашыу пуля атылғаны мәғлүм.
Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, атыш ойошторған кеше кисә кис ҡулға алынған, енәйәт эшен тикшереү бара.
Шик аҫтында - 30 йәшлек Георгий С. Ҡаты йәрәхәтләнгән кешегә лә 30 йәш, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары уның исеме Бекхан Д. тип атай.
Фото: “Горобзор” порталы.
Читайте нас