27 июль төнөндә Башҡортостандың Ҡырғыҙ-Миәкә – Тәтер-Арыҫлан – Стәрлебаш юлында водитель 59 йәшлек һыбайлыны бәрҙергән.
Был аяныслы хәл һөҙөмтәһендә һыбайлы юл-транспорт ваҡиғаһы урынында йән биргән. Водитель иһә фажиғә урынынан ҡасҡан. Ул 10-сы йәки 12-се “ВАЗ” машинаһына идара иткән һәм Ҡырғыҙ- Миәкә ауылына ҡарай китеп барған тип күҙаллана. Әле уны эҙләйҙәр.
Республика ЮХХДИ-һы был юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит булғандарҙы полицияға хәбәр итеүҙе һорай.