Хәүефһеҙлек
28 Июля 2020, 18:30

Вәхши трассала китеп барған...

Благовар районында ҡот осҡос енәйәт теркәлгән. Көнләшеүҙән күҙе аларған ир ике кешенең ғүмерен ҡыйған, тағы ла икеһен ауыр йәрәхәтләгән. Асыҡланыуынса, ҡанҡойоштоң нигеҙе булып...

Благовар районының Алексеевка ауылында башҡа һыймаҫлыҡ ҡанҡойош булған.
Шәхси йорттарҙың береһендә ике кеше мәйете табылған, ә тағы ла ике кешегә кисекмәҫтән медицина ярҙамы талап ителгән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, енәйәт 34 йәшлек ир тарафынан, көнләшеү нигеҙендә, башҡарылған.
Асыҡланыуынса, был ир һәм уның 45 йәшлек бергә йәшәгән ҡатыны кәйеф-сафа ҡорған. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандар, уларға ирҙең 39 йәшлек ағаһы, ҡатындың 66 йәшлек әсәһе һәм 52 йәшлек күрше ҡатын да ҡушылған.
Ниндәйҙер мәлдә енәйәт ҡылған ир өйөнә ҡайтып киткән, ә кире әйләнеп килгәс... түшәктә ағаһы менән һөйгәнен тап иткән. Көнләшеүҙән күҙе аларған ир бысаҡҡа тотона. Һөҙөмтәлә, 39 йәшлек ир һәм 66 йәшлек ҡатын һәләк булған, 45 йәшлек һәм 52 йәшлек ҡатындар ауыр тән йәрәхәттәре алған. Әле икеһе лә – дауаханала.
Енәйәт ҡылғандан һуң ир ҡасып киткән, Өфөгә юлланырға маташҡан. Уны трассала тотоп алғандар.
Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү бара.
Фото: mvd.ru
Читайте нас