Өфөнөң Степан Злобин урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң бер фатирында ике йәшлек бала тәҙрәнән ҡолап төшкән. Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, бала тәүҙә ултырғыста торған, аҙаҡ тәҙрә төбөнә үрмәләй. Тәҙрәнең москит селтәренә таянып, ҡолап төшә. Бәхеткә күрә, сабый тере ҡала, быға фатирҙың беренсе ҡатта урынлашыуы ярҙам иткәндер, күрәһең.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: асыҡ ҡалдырылған тәҙрә янында кескәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, москит селтәре тора тип уйлаусы ата-әсәләр күп осраҡта яңылыша һәм балаларының тәҙрәнән ҡолап төшөүенә хатта үлем осрағына сәбәпсе була.