Таң менән Мәләүез районында, Салауат ҡалаһына бер километр арауыҡ ҡалғас, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡтан 20 йәшлек егет “ВАЗ-234900” машинаһында Салауат ҡалаһынан 38 йәшлек кешене бәрҙергән. Алдан күҙаллауҙарынса, ир юлдың йәйәүлеләр үтеү өсөн тәғәйенләнмәгән урынынан үтеп барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул фажиғә урынында һәләк булған.
Ошондай уҡ аяныслы хәл Белоретта ла теркәлгән. Ҡаланың Киров урамында 67 йәшлек ир “Лада Калина” машинаһында 64 йәшлек ҡатынды тапатҡан. Ул да юлдың тәғәйенләнмәгән өлөшөнән үтеп барған һәм “ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе үк йән биргән.
Кисә Шишмә – Языково – Саҡмағош трассаһының 8-се километрында, Шишмә районындағы өлөшөндә, 64 йәшлек ир “ВИС” машинаһында китеп барған һәм, уға идара итә алмай, һул кюветҡа барып бәрелгән. Һөҙөмтәлә автомобиль әйләнгән һәм алынған тән йәрәхәттәренән водителдең ғүмере өҙөлгән. Ә 51 йәшлек пассажирҙы дауаханаға илткәндәр.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ошо үрҙә әйтелгән юл-транспорт фажиғәләре сәбәптәрен тикшерә һәм асыҡлай.
Рәсәй ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, былтыр ил юлдарында юл-транспорт фажиғәләре һөҙөмтәһендә 16,9 мең кеше һәләк булған. Уларҙың 4,9 меңе – йәйәүлеләр. Ә 2018 йылда Рәсәйҙә 18,2 мең кешенең ғүмере өҙөлгән. 5,3 меңе иһә йәйәүлеләр. Ошоларҙың барыһына ла тиерлек юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итеү йәки уларҙы теүәл үтәмәү сәбәпсе. Ошо ҡот осҡос һандар һәммәбеҙҙе уйланырға мәжбүр итһен ине. Бер уйлаһаң, тотош бер бәләкәй ҡала халҡы юҡҡа сыҡҡан бит. Был хаҡта хатта уйлауы ҡурҡыныс...
Фотолар: республика ЮХХДИ-һы.