Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Август 2020, 12:45

Бала яралы, әсәй иҫерек...

Благовещен ҡалаһында булған был аяныслы ваҡиға.

Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр фатирҙарҙың береһендә ныҡ итеп бәләкәй бала илауын ишетеп, ишеккә бара һәм уның бикһеҙ булыуын күреп аптырауға ҡала. Эстәге күренеш тағы ла яманыраҡ: ике йәшлек бала ярһып илай, уның башынан ныҡ итеп ҡан аға, ә әсәй булған кеше иҫереп бер нимә лә белмәй йоҡлап ята...

Кешеләр йәһәт кенә "Ашығыс ярҙам" саҡырта һәм хәл-ваҡиға тураһында полицияға хәбәр итә. Бәләкәскә дауаханала медицина ярҙамы күрһәтелә. Улы менән булған ҡурҡыныс хәлде ишеткән атай килеп етә, әйтеүенсә, ул ғаиләһенән айырым йәшәй икән. Ир малайҙы Өфөгә МРТ үткәрергә алып барып, яраның ҡурҡыныс түгеллеген асыҡлағас, уны үҙенә алып ҡайта.

Хәҙер үҙен әсәймен тигән ҡатынға балаһының шундай хәлгә тарығаны, сабыйын ҡарамай эсеп ятҡаны өсөн яуап бирергә тура киләсәк.

Фото:vk.com
Читайте нас: