Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Август 2020, 16:30

Йәнә янғын ...

Асыҡланыуынса, уға ни бары 33 йәш булған...

Республикала янғын осраҡтары теркәлмәгән көн бармы икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут сығыу, фажиғә ҡорбандары тураһында борсоулы хәбәрҙәр булып тора.
Кисә кискә табан, сәғәт 10-дар тирәһендә, Шишмә районының Йоматау баҡса ширҡәтендә көслө янғын сығып, тирә-яҡҡа ҙур хәүеф тыуҙырҙы. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам хеҙмәттәре тиҙ килеп етә, ҡырҡ минут эсендә утты еңәләр.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хәбәр итеүенсә, янғын кирбес йортта сыҡҡан, ут һүндерелгәндән һуң көл-күмер өйөмөндә бер егеттең кәүҙәһе табылған. Асыҡланыуынса, уға ни бары 33 йәш булған. Белгестәр янғын сәбәптәрен асыҡлауҙы дауам итә.
Янғын бер кемде лә аямай, аҙ ғына һаҡһыҙлыҡ, эскелек, бәләкәй генә осҡон оло фажиғәләргә олғаштыра. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, уяулыҡ бер ҡасан да ҡамасауламаясаҡ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы.
Читайте нас: