Филүс һәм Илдус - игеҙәк туғандар, икеһе лә – янғын һүндереүсе. Хәүефле хеҙмәтте үҙ иткән егеттәрҙең береһенә бөгөн кисектергеһеҙ ярҙам талап ителә.
Илдус янғында йәрәхәттәр алған, тәненең илле проценты бешкән туғанын дауалауға аҡса кәрәклеге хаҡында Инстаграмдағы битендә хәбәр иткән. Ул шулай уҡ ҡустыһының нисек фажиғәгә тарыуын һөйләгән.
- 4 майҙа Филүс янғын сығыуы тураһында хәбәр алыныу менән ваҡиға урынына ашыға. Йорттоң ҡыйығын һүндерергә тырышҡанда янғын уртаһына йығылып төшә, аяғын һындыра, тәненең илле проценты утта бешә. Реанимацияға эләгә. Табиптар уның иҫән ҡалыуына өмөтләндермәне, әммә ул иҫән! Мин ике ай уны тәрбиәләнем, уның нисек ауыртыныуҙан язаланғанын, төндәрҙе йоҡоһоҙ үткәргәнен күрҙем. Тирене күсереү буйынса ауыр операцияларҙы үткәрҙе. Хәҙер уны оҙайлы, еңел булмаған реабилитация көтә.
Илдус ҡустыһына ысын күңелдән ярҙам итергә теләгән кешеләргә реабилитацияға финанс ярҙамы күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә.Ҡустыһының Инстаграмдағы битендә был хаҡта бөтә мәғлүмәт бар.
Фото:ildus1642/ Instagram.com