Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Август 2020, 17:00

Үлтереүселәре менән таныш булған...

Үҫмерҙәр тарафынан вәхшиҙәрсә үлтерелгән һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың апаһы түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

22 августа баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә булған ҡот осҡос хәл тотош республиканы шаңҡытты, һигеҙ йәшек ҡыҙҙың үлтерелеүен барлыҡ матбуғат саралары хәбәр итте.
Баланың кәүҙәһе һыуҙа табылыуы, яланғас булыуы, уның йылғала бер нисә сәғәт ятыуы ла асыҡланды, был вәхши ҡылыҡты 12-13 йәшлек ике үҫмерҙәр атҡарғаны ла мәғлүм булды. Әммә хәлдә асыҡлайһы мәлдәр әлегә күп. Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдары ла, ҡыҙҙың туғандары ла белдерә.
Бөгөн тағы шуны хәбәр иттеләр: ҡыҙ үҙенең үлтереүселәре менән бығаса таныш булған.
– Әлегә бер нимәне генә аныҡ әйтә алам: үлтереүселәр – ошо малайҙар. Мин Юғары судҡа барып етмсәкмен, әммә был әҙәм аҡтыҡтары Ер йөҙөндә, иректә йөрөмәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Уларҙы төрмәгә ултыртырға тейештәр йәки ата-әсәләре тейешле язаны алһын, – ти мәрхүм баланың апаһы.
Ҡыҙҙың әсәһе белдереүенсә, бер мәл урамға уйнарға сыҡҡан баланың телефоны кинәт һүнгән, бығаса булмағанса, ваҡытында өйгә лә ҡайтмаған. Әсәһе ҡыҙының алсаҡ, аралашыусан, илгәҙәк булыуын, дуҫтары-таныштары ла бихисап икәнлеген хәбәр итә. Малайҙарҙың ғаиләһенә килгәндә, ҡатын уларҙың бигүк имен булмағанына ишара яһай һәм ҡыҙының шул малайҙар менән бәйләнеүенә аптырауын белдерә. Хәйер, ҡыҙҙы, бәлки, нимәлер тип алдап алып киткәндәрҙер, бәлки, ул ышаныусанлығы арҡаһында үҙе үлтереүселәргә эйәргәндер – асыҡлайһы мәлдәр күп.
Үлтереүсе малайҙар иһә был хәл уйын ваҡытында осраҡлы килеп сыҡты тип белдерә, тип хәбәр итә “Комсомольская правда” порталы.
Фото: “Комсомольская правда” порталы
Читайте нас: