Кисә Борай районында аяныслы юл фажиғәһе теркәлә. Борай - Таңғатар автомобиль юлының 5-се километрында «Kia Rio» автомобиленә идара иткән 62 йәшлек водитель һәләк була.
Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ир уҙып китеү маҡсатында ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм, машина менән идара итә алмай, ситкә оса, аҙаҡ түңкәрелә. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, водитель ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Әле тикшереү эштәре башланған.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2500 осрағы теркәлгән, 17 юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, спиртлы эсемлек эскән килеш рулгә ултырған 87 водитель туҡтатылған, аварияла бер кеше һәләк булған, ун туғыҙы төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!