Хәүефһеҙлек
31 Августа 2020, 16:00

Өҫтөнә ағас ауып...

70 йәшлек ир ситкә тайпылырға өлгөрмәй ҡала...

Өфө районында урман ҡырҡыусылар уйламағанда кешенең ғүмерен ҡыя. UfacityNews.ru порталы хәбәр итеүенсә, фажиғәле хәл 28 августа була.

Өфө районында йәшәгән ике кеше үҙҙәренә ағас әҙерләү маҡсатында Ракитовка ауылынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡтағы урман һыҙатына бара. Улар ағас ҡырҡҡан ваҡытта эргәләренән 70 йәшлек пенсионер ир үтеп барған була. Өҫтөнә ауып килгән ағастан янтайып өлгөрмәй ҡала шул бисара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған ауыр яраларҙан ир кеше шунда уҡ йән бирә, "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп тә өлгөрмәй хатта.

Бәлә аяҡ аҫтында, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Әлеге мәлдә хоҡуҡ һаҡлаусылар был хәлде тикшерә.
Фото: ufatime.ruУ
Читайте нас