Хәүефһеҙлек
1 Сентябрь 2020, 14:15

“Хәүефеҙлек лабораторияһы” – Өфө районында!

Белем көнөндә ҡыҙ һәм малайҙар йәнә бер ҡыуансылы ваҡиғаның шаһиты булды

1 сентябрҙә Өфө районының Шамонин мәктәбенә I класҡа йөҙҙән ашыу баланың уҡырға килеүе – оло шатлыҡ! Улай ғына ла түгел, тап Белем көнөндә ҡыҙ һәм малайҙар йәнә бер ҡыуансылы ваҡиғаның шаһиты булды - бында “Хәүефеҙлек лабораторияһы” балалар юл-транспорт имгәнеүен иҫкәртеү үҙәген асыу тантанаһы ойошторолдо. Ул Бөтә Рәсәй программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында бойомға ашырылған, балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юлдағы аварияларҙы мөмкин хәтлем кәметеүгә йүнәлтелгән.
  • Бөгөн барыбыҙ өсөн дә, хатта олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр өсөн дә оло байрам, – тине Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Динар Ғилметдинов. – Ҡәҙерле балалар, илегеҙҙе яратығыҙ, күңелдәрегеҙҙә илһөйәрлек тойғоларын һаҡлағыҙ. Беҙ тиккә генә балалар баҡсаһында, мәктәптәргә йыш юл тотмайбыҙ – юл йөрөү ҡағиҙәләре менән малай һәм ҡыҙҙарҙы таныштырабыҙ, аңлатыу эштәре алып барабыҙ.
  • Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүләтбирҙин һөйләүенсә, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бихисап саралар ойошторола, барыһы ла балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһын кәметеүгә арнала. Өфө районы мәктәптәренә “Хәүефһеҙлек лабораторияһы” үҙәген тапшырыу һәр йәһәттән дә отошло.
    Автор фотоһы.
    Читайте нас