Благовещен районында Ағиҙел йылғаһына батҡан ирҙең үле кәүҙәһен сығарғандар. Уны балыҡсылар 30 август иртән Туғай ауылынан ике километр алыҫлыҡта тапҡан.
"Сәғәт иртәнге ун тирәһендә килдек. Балыҡ ҡармаҡларға яйлы урын ҡарап йөрөгәндә, ярҙан өс-дүрт метр алыҫлыҡта һыуҙа баш күреп ҡалдыҡ, яҡыныраҡ килеп ҡараһаҡ - мәйет", - тип һөйләгән балыҡсыларҙың береһе "КП-Өфө" баҫмаһы хәбәрсеһенә.
Мәйетте ҡотҡарыусылар һөйрәп сығарған. Әйтеүҙәренсә, кәүҙә һыу эсендә аҙна самаһы ятҡан, тарҡала ла башлаған. Мәйеттең тәнендә күренеп торған яра эҙҙәре юҡ, ир батып үлгәнгә оҡшаған. Уның кем икәнлеге шунда уҡ асыҡлана: Благовещен ҡалаһынан 47 йәшлек ир булып сыға.
Хәл-ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡсылары һәм Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре килә. Үлем сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында мәйетте суд-медицина экспертизаһына ебәрәләр.
Фото: newsbash.livejournal.com