Хәүефһеҙлек
2 Сентября 2020, 16:00

Ейәнсурала - үлемесле авария

Юл-транспорт ваҡиғаһы Магнитогорск - Ира автомобиль юлында була.

Кисә төндә Ейәнсура районында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Магнитогорск - Ира автомобиль юлының 271-се километрында 33 йәшлек ир һәләк булған.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, "Nissan Teana" автомобиле водителе канауға төшә һәм түңкәрелә. Ул ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Кисәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ун юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, аварияла дүрт кеше һәләк булған, туғыҙы төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: ЮХХДИ
Читайте нас