Салауат районында йәшәгән ир электричкала китеп барғанында иҫен юғалтҡан, үҙе менән ни булғанын бөтөнләй хәтерләмәй, тип яҙа “Салауат ерендә” район гәзите.
Уны Минйәр станцияһында кешеләр тапҡан. Ир электричкаға ултырып өйгә ҡайтып барғанын ғына хәтерләй, ә үҙе менән ниндәй күңелһеҙ хәл булыуын бөтөнләй иҫләмәй. Ҡатынына шылтыратҡас, уны килеп алалар.
Медицина тикшереүен үткәргән табиптар ирҙең ҡабырғалары һыныуын, башы йәрәхәтләнеүен асыҡлаған. Полиция был хәл буйынса тикшереү эше башлаған. Бәлки, күңелһеҙ ваҡиғаның шаһиттары ла табылыр?
Фото: “Салауат ерендә” гәзите.