Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге паркында ир мәйете табылған. Уны үтеп барыусылар күреп ҡалып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән.
Кәүҙәлә тиҫтәләгән йәрәхәт, күгәргән урындар, тырнаҡ эҙҙәре барлығы асыҡлаған. Мәйет суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.
Вафат булған ирҙең кемлеге асыҡланған. Ул 37 йәшлек Сибай кешеһе булып сыҡҡан. Енәйәтте асыу маҡсатында ваҡиға урынынан ҡул эҙҙәре, мәрхүмдең кейеме, пластик һәм быяла һауыттар, бинт алынған.