Был ғәҙәттән тыш хәл 20 август уҡ Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында була. Ошонда йәшәгән ир эштән ҡайта ла машинаһын Әй йылғаһы ярында ҡалдыра. Кире әйләнеп сыҡһа - автомобиле юҡ.
Күршеләренән берәү машинаның йылға буйлап ағыуын күргәнлеген әйткәс, хужа эҙләргә йүгерә, һай ерендә йөҙөп, тәрәнерәктә кәмә менән һыу эсен ҡараштыра, әммә машина зым-зыя юҡ була. Үҙе таба алмағас, ҡотҡарыусыларға ярҙам һорап шылтырата. БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу водолаздары эшкә йәлеп ителә.
Болғансыҡ һыуҙа эҙләү бик ауыр бара, һәр бер метрҙы тигәндәй ҡарап, бик оҙаҡ эҙләргә тура килә уларға. Һөҙөмтәлә бер нисә көндән һуң ғына автомобиль ҡалдырылған еренән йылға түбәненә ҡарай 350 метр алыҫлыҡта, дүрт метр тәрәнлектә табыла. Машинаны трактор ярҙамында һөйрәп сығаралар.