Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2020, 16:15

Енәйәтсе - үҙе лә инвалид...

Балаҡатай районында башҡа һыймаҫлыҡ фажиғәле хәл булған: унда башы кофта менән уралған ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар.

Балаҡатай районында башҡа һыймаҫлыҡ фажиғәле хәл булған: унда башы кофта менән уралған ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Эш шунда: үтә сәйер рәүештә һәләк булған 56 йәшлек ир өсөнсө төркөм инвалиды булған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, енәйәтте уның дуҫы башҡарған, тип күҙаллай.
Тиҙҙән полиция хеҙмәткәрҙәре шик аҫтына алынған кешенең эҙенә төшкән. Ул ошонда уҡ йәшәгән 27 йәшлек ир булып сыҡҡан.
Полиция бүлегендә был әҙәм енәйәт ҡылғанын таныған. Шуныһы: ул да - инвалид, коляскала ғына хәрәкәт итә ала.
Әлеге ваҡытта был сәйер енәйәттең барлыҡ үҙенсәлектәре асыҡлана.
Фото: cs5.pikabu.ru
Читайте нас