Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2020, 12:45

Сирле әҙәм балаға һөжүм иткән

Көсләүсе һәм уның ҡорбаны күрше генә йорттарҙа йәшәгән.

Күмертау ҡалаһында балаларға бәйле сираттағы аяныслы хәл теркәлгән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
12 йәшлек балаға ҡарата сексуаль характерҙағы ғәмәлдәре өсөн урындағы ир тотолған. Был әҙәм аҡтығына 29 йәш, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, ул 27 августа үҫмер ҡыҙға һөжүм итеп, уны мыҫҡыллаған. Ирҙе 2 сентябрҙә ҡулға алғандар.
Был хәлдең ниндәй шарттарҙа һәм ҡайҙа булғанлығы мәғлүм түгел, әммә көсләүсе һәм уның ҡорбанының күрше йорттарҙа йәшәгәне билдәле.
Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, енәйәтсе табип-психиатрҙа иҫәптә тора. Әлеге ваҡытта ул ғәйебен таныған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: s11.stc.all.kpcdn.net
Читайте нас