Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2020, 07:50

Йөк машинаһын яңылыш ҡуҙғатҡанмы?

36 йәшлек водитель яңылыш йөк машинаһын хәрәкәткә килтергән, ауыр техника ҡуҙғалып китеп, ремонтлаусы ирҙе...

Ҡариҙелдә үтә аяныслы фажиғә теркәлгән: водитель уның машинаһын ремонтлаған оло йәштәге ағайҙы тапатҡан. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Хәл 2 августа Ҡариҙел ауылында булған. Пенсиялағы оҫтаны йөк машинаһы водителе ярҙамға саҡырған, ул ауыр машина аҫтында ятып тормоз системаһын ремонтлаған.
36 йәшлек водитель был ваҡытта кабинала ултырған. Шул саҡ ул яңылыш йөк машинаһын хәрәкәткә килтергән, тиҫтәләрсә тонналыҡ техника ҡуҙғалып киткән һәм ремонтлаусы ирҙе тапаған...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре булып, шаһиттарҙан һорау алған.
Әлеге ваҡытта һаҡһыҙлыҡ менән үлемгә дусар итеү статьяһы буйынса енәйәт эшен асыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: i.ytimg.com
Читайте нас