Хәүефһеҙлек
5 Сентябрь 2020, 15:30

19 йәшлек иҫерек фажиғә яһаны

Авария төнгө берҙә Йәрмәкәй районында була.

Бөгөн төнгө берҙә Йәрмәкәй районының Яңы Сүлле ауылы янында ҡурҡыныс авария теркәлә. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәре буйынса, 19 йәшлек Октябрьский ҡалаһында йәшәгән водитель “Киа Рио” машинаһы менән “Ниссан Тиида”ға барып бәрелә. Был автомобилгә 43 йәшлек урында йәшәгән ир идара иткән була. Мәғлүмәттәр буйынса, аварияла йәш егет ғәйепле, ул боролған саҡта юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәй.
“Киа Рио"ның 19 йәшлек водителе иҫерек булған. Авария һөҙөмтәһендә “Киа”ның 32 һәм 18 йәшлек ике пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды. Әле был эш буйынса тикшереү башланды”, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Үткән тәүлектә Башҡортостан юлдарында 16 автомобиль аварияһы булған, уларҙа 17 кеше йәрәхәтләнгән, шөкөр, үлгәндәр юҡ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2900 самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, 61 иҫерек ҡулға алынған.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас