Өфөлә үҙе етештергән продукцияның ярлығында колбаса составы тураһында ялған мәғлүмәт күрһәткән эшҡыуарға штраф һалғандар.
Арбитраж судының рәсми сайтында ошо хаҡта хәбәр ителә. ”Өфө колбасалары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһы директоры Рөстәм Әлиуллин ҡулланыусыларҙы алдағаны өсөн 150 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк. Колбаса этикеткаһында уның тик һыйыр итенән етештерелгәне яҙылған. Тикшереүҙән күренеүенсә, унда ҡош-ҡорт тиреһе һәм фаршы, бизон ите ҡушылған булған.
Ғәжәп, ул бизон итен ҡайҙан алдылар икән? Тимәк, колбасаның сифаты һәм хәүефһеҙлеге Таможня союзының техник регламентына яуап бирмәй.