Башҡортостанда эҙһеҙ юғалған Хәбир Әлибаевты эҙләйҙәр. Был хаҡта “Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итә. 69 йәшлек оло йәштәге ир Белем көнөндә – 1 сентябрҙә Өфөлә өйөнән сығып киткән.
Әлеге ваҡытта уның ҡайҙа, нисек юғалғаны хаҡында бер генә мәғлүмәт тә юҡ.
Бабайҙың билдәләре: буйы 160 сантиметр тирәһе, мыҡты кәүҙәле, көрән күҙле, сал сәсле. Юғалған көндө күк шаҡмаҡлы күлдәк, ҡара салбар, ҡара туфли кейгән булған.
Әгәр ҙә һеҙ Хәбир Әлибаев тураһында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 һаны буйынса ҡотҡарыусыларҙың берҙәм номерына йәки 8 800 700-54-52 телефоны буйынса ирекмәндәргә шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: “Горобзор” порталы.