Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан ҙур сауҙа йорттарының береһе - "Олимп"ҡа шартлатҡыс һалынған тигән хәбәр килә. Үҙен "Михаил Александрович" тип танытҡан ир полицияға шылтырата һәм бер сәғәт эсендә уның банк картаһына аҡса күсермәһәләр, сауҙа йортон шартлатыуы хаҡында белдерә.
Сауҙа үҙәгенә тиҙ арала ҡотҡарыу хеҙмәте һәм саперҙар ебәрелә. Улар шунда уҡ бинанан 50-нән ашыу кешене эвакуациялай һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе тышҡа сығара. Бәхеткә күрә, бер ниндәй ҙә шартлатҡыс әйбер табылмай.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шылтыратыусыны бик тиҙ асыҡлай. Мәғәнәһеҙ "шаяртыусы" Дыуан районынан 32 йәшлек ир булып сыға. Ялған шылтыратыу буйынса Тәфтиш комитеты "Терроризм акты тураһында ялған хәбәр итеү" статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан. Тиҙ арала байығырға теләүсегә үҙенең ҡылығы өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Билдәле булыуынса, күп осраҡта бындай мәғәнәһеҙ шылтыратыуҙар шаярып йә иһә кемгәлер нимәлер иҫбат итеү өсөн башҡарыла. Ҡағиҙә булараҡ, ялған шылтыратыуҙар үҫмерҙәр һәм йәштәрҙән алына. Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ялған шылтыратыу өсөн яуап бирергә кәрәк булыуын онотмағыҙ. Ниндәй ҡалала йәки илдә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, шылтыратыусыны тиҙ табалар.