Дәүләкән районының Ташлы ауылында көтмәгәндә сыҡҡан янғын фажиғәгә килтергән. Ут Үҙәк урамындағы шәхси йортто көл-күмергә әүерелдергән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, янғын урынына ҡотҡарыусылар һәм ирекле янғын командаһы йүнәлтелә. Күмәк көс менән утты тиҙ һүндерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көл-күмер эсендә 69 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Табиптарға үлем осрағын теркәргә генә ҡала. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре әйтеүҙәренсә, мәрхүмдең йорт хужаһы булыуы ихтимал. Янғындың сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереү эше бара.
Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Быйыл да республикала янғын осраҡтары һәм тетрәндергес фажиғәләр аҙ теркәлмәне. Барығыҙҙы ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һаҡларға, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ.