Һуңғы осорҙа республикала ҡылынған енәйәттәр хаҡында ишетеп, хатта ҡурҡып китерһең... Уларҙың береһенән-береһе ҡанһыҙыраҡ булыуы шаңҡыта. Мәҫәлән, 3 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 46 йәшлек ҡатын эскелек арҡаһында үҙенең танышы ҡулынан һәләк була.
Муйыны йәрәхәтләнгән мәйетте ҡала биҫтәләренең береһенән йыраҡ түгел урманда осраҡлы йәйәүлеләр күреп ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Криминалистар енәйәт урынында ҡанлы быяла ярсыҡтарына юлыға, унда бармаҡ эҙҙәре табыла. Экспертиза тикшереүе быялалағы бармаҡ эҙенең кемдеке булыуын тиҙ асыҡлай, ул кеше быға тиклем бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Шулай итеп, ҡатынды үлтергән 31 йәшлек ирҙе шунда уҡ табалар.
- 2 сентябрь кис көнө енәйәтсе үҙенең танышы менән спиртлы эсемлектәр эсә. Кәйеф ҡороу барышында ир менән ҡатын араһында бәхәс сыға, ир ерҙән ватыҡ быяла киҫәген алып, танышының муйынына бер нисә тапҡыр ҡаҙай. Алынған йәрәхәттәрҙән ҡатын шунда уҡ йән бирә. Енәйәт ҡылғандан һуң, үлтереүсе ваҡиға урынынан ҡасҡан, - тип хәбәр итә Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.
Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уға ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.