Хәүефһеҙлек
6 Сентябрь 2020, 14:15

Икеһенең дә йәшәү урыны булмаған...

Тәүлек эсендә республикала янғында ике кешенең һәләк булыуы билдәле булды.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бик хәүефле статистика һандарын хәбәр итте.Тәүлек эсендә республикала янғында ике кешенең һәләк булыуы билдәле булды.

Өҫтәүенә уларҙың йәшәү урыны булмаған, икеһе лә берәҙәклек менән шөғөлләнгән. Ташландыҡ ағас йортта ут сығып, унда 42 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Бәләбәйҙә лә шуға оҡшаш фажиғә теркәлгән, тик әлегә утта һәләк булған ирҙең шәхесе асыҡланмаған.
Һалҡындар башланыу менән берәҙәктәр, эскелек ҡорбандары ҡарауһыҙ өйҙәрҙе, ташландыҡ ҡаралтыларҙы төйәк итеп, шунда усаҡ яғып йылынмаҡсы, тамаҡ ялғамаҡсы итә. Бының ҙур фажиғәгә килтереүе ихтимал.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ошондай ташландыҡ биналарҙы төйәк иткән берәҙәктәр тураһында хәбәр итеүҙе һорай. Махсус хеҙмәттәр уларҙы социаль реабилитация үҙәктәренә урынлаштырасаҡ.
Фото:NewsBash
Читайте нас