+24 °С
Дождь


Төн уртаһында булған юл-транспорт ваҡиғаһы тағы бер кешенең ғүмерен өҙгән. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Еҙем-Ҡаран – Үзбәк юлының бишенсе километрында 47 йәшлек водитель, ВАЗ-2112 автомобиленә идара итеүҙе юғалтып, һул яҡтағы канауға осҡан. Аҙаҡ машина түңкәрелеп һыу ятҡылығына барып төшкән.