Кисә төндә Өфө янындағы Шаҡша биҫтәһендәге М-5 автомобиль юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, авария ике еңел автомобиль һәм бер йөк машинаһы ҡатнашлығында була.
Ведомствонан белдереүҙәренсә, ВАЗ-2112 автомобиленә идара иткән 37 йәшлек водитель Volvo йөк машинаһы менән бәрелешә. Уның водителе Татарстанда йәшәгән кеше булып сыға.
Бәрелешеүҙән һуң еңел автомобиль Daewoo Nexia автомобилен барып төкөй. Аварияла алған тән йәрәхәттәренән ВАЗ-2112 машинаһы водителe шунда уҡ йән бирә, уның пассажиры дауаханаға оҙатыла.
Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.