Үткән аҙнала республика юлдарында 100 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 114 кеше йәрәхәтләнгән һәм ете кешенең ғүмере өҙөлгән. Был мәғлүмәтте Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты вәкиле еткерҙе.
Дөйөм алғанда, авариялар һәм унда йәрәхәтләнгәндәр һанын кәметеүгә өлгәшһәләр ҙә, үлгәндәр һанын ҡыҫҡартып булмай. Былтыр ошо ваҡытта 287 кеше һәләк булған булһа, быйылғы күрһәткестәр ҙә шуға тиң.
Бынан тыш, әлеге ваҡытта дәүләт комитеты рулгә иҫерек килеш ултырғандар менән көрәште дауам итә. Июнь аҙағынан алып 4201 эскән водитель асыҡланған, үткән аҙнала – 340 һәм ялдарҙа 196 иҫерек тотолған.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар тураһында әйтте. Үткән аҙнала теркәлгән 261 янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Ике осраҡта ла янғын тәмәке тартыу арҡаһында сыҡҡан. Былтырғы менән сағыштырғанда янғындар һаны - 421-гә һәм унда һәләк булғандар 32 кешегә кәмегән. Бөрйән һәм Ейәнсура райондарында ике урман янғыны теркәлгән.
Йәй үтеп китһә лә, һыу ятҡылыҡтарында һәләк булғандар бар. Уҙған аҙнала ике кешенең кәүҙәһен һөйрәп сығарғандар. Әле уларҙың нисек үлеүе асыҡлана. Ике машина йылғаға ҡолаған. Беренсе осраҡ Ғафури районында була, унда 47 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Икенсе осраҡ Яңауыл районында теркәлә. Машинала ултырған өс ир Беүә йылғаһына ҡолай. Икәүһен осраҡлы шаһит һөйрәп сығара, береһе үҙаллы сыға ала.
14 кеше бейеклектән ҡолаған, уларҙың бишәүһе һәләк булған һәм етеһе дауаханала. Улар араһында өс бала ла бар.
20 кеше урманда юғалған. Уларҙың береһе - Нуриман районы кешеһе үле килеш табылған, ҡалғандары иҫән.