Өфө дауаханаларының береһендә һыуҙа батҡан еренән ҡотҡарылған 12 йәшлек баланы, һауыҡтырғандан һуң, коллектив менән өйөнә оҙаттылар. Ағиҙел йылғаһынан малайҙы реанимацияға аңын юғалтҡан хәлдә килтерәләр.
"Баланың хәле ауыр ине, метаболик үҙгәрештәр, мейелә гипоксия күҙәтелде, - ти Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табип-педиатры Анастасия Чернышова. - Тәүлек эсендә реанимацияла хәлен тотороҡландыра алдыҡ. Аҙаҡ балалар бүлексәһенә күсерелде, хәҙер хәле һәйбәт, урындағы участка педиатры күҙәтеүендә буласаҡ".
Эльнур Сафуановты ҡаршы алырға әсәһе, апаһы, өләсәһе менән бергә ҡотҡарыусы Рәмил ағаһы ла килгәйне. Тап ошо өлкән йәштәге Рәмил Хөсәйенов малайҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. Ул көндә пенсионер, ғәҙәттәгесә, Нижегородка янындағы йылғала балыҡ ҡармаҡлай. Велосипедта һыу буйына килгән дүрт малайҙы күреп, ситкәрәк күсә. Спиннингты ырғытыу менән уның эргәһенә бер ҡыҙ бала ”ярҙам итегеҙ!” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра килеп етә. Балыҡсы уйланып тормай, кейемдә көйө һыуға ташлана. Малай иҫен юғалтып, төпкә төшөп барған була. Рәмил Хөсәйенов өмөтөн юғалтмай, баланы ҡулынан һөйрәп ярға табан йөҙә. Ерҙә уға яһалма тын алдырыу ысулын ҡуллана, Эльнур үҙенең иҫән икәнлеген һиҙҙерә. Пенсионер ашығыс ярҙамға шылтырата. Туп-тура реанимацияға...
Малайҙың өләсәһе Хәлиҙә “ейәнемдең хәҙер тыуған көнө икәү” ти. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, Эльнур яҡындарын ниндәй хафаға һалғанын яҡшы аңлай. ”Рәмил ағай, рәхмәт!” - ти ул һәм башҡаса ата-әсәһенән башҡа һыу инмәҫкә вәғәҙә итә.
Ә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Эльнурҙың ҡотҡарыусыһын наградаға тәҡдим итмәкселәр. Ғәҙел ҡарар!