Хәүефһеҙлек
8 Сентябрь 2020, 10:00

Подвалға йығылып төшөп, бата яҙған...

Ваҡиға Өфө ҡалаһының ташландыҡ йорттарының береһендә була.

Кисә Өфө ҡалаһының Төхфәт Йәнәби урамындағы ташландыҡ ике ҡатлы бинала уйнап йөрөгән ваҡытта, яңылыш баҫып, 10 йәшлек малай подвалға ҡолап төшә. Подвал һыу менән тулы булғанлыҡтан, зыян күреүсе бата башлай. Ярай әле, бергә уйнаған дуҫтары юғалып ҡалмай, ярҙамға үтеп барыусы ирҙе саҡыра. Ул тиҙ арала ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата. Ҡотҡарыусылар малайҙы алып сыға һәм дауаханаға оҙата.
Ата-әсәләргә был осраҡта иғтибарлы булыу талап ителә: балаларығыҙҙы яңғыҙ уйнарға сығармағыҙ, бигерәк тә ташландыҡ биналар үтә лә хәүефле. Бәхетле осраҡ ҡына малайҙы үлемдән аралап ҡалған.
Фото: "ГорОбзор" сайтынан.
Читайте нас