Хәүефһеҙлек
8 Сентябрь 2020, 11:00

Проект урмандарыбыҙҙы һаҡлауға хеҙмәт итәсәк

"Президент фонды гранты конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Унда еңеү - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Ҡатнашыуға сәбәптәр бик күп булды..."

“Урман күҙәтеүсеһе урман һағында” белем биреү проекты урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү өсөн ирекле дружиналарҙы үҫтереү буйынса комплекслы эште туплай. Тормоштағы миҫалдар күрһәтеүенсә, урман янғындарының эҙемтәләрен бөтөрөүгә һәм юҡ итеүгә көс, саралар етмәй. Сәбәптәре төрлөсә: үтеүе ауыр булған ерҙәр, урман янғын һағының ут сығанағынан алыҫ урынлашыуы, тейешле күләмде үтәү өсөн янғын һағы кешеләренең етмәүе, ирекле берләшмәләрҙе тәьмин итеү һәм тотоу буйынса финанс мөмкинлектәрҙең сикле булыуы.
Был күләмле, әммә мөһим эш Башҡортостан Республикаһының “Мин - илһөйәр!” ойошмаһы аша бойомға ашырыласаҡ. Проекттың уҙаҡташтары - Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, “Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге” учреждениеһы. Әммә уның төп ғәмәли өлөшө Өфө урман-техник техникумы базаһында барасаҡ, әйткәндәй, ул да проекттың уҙаҡташы булып тора.
Проекттың маҡсаттары һәм бурыстары менән яҡындан танышыу ниәте менән “Мин - илһөйәр!” проекты етәксеһе Руслан Зариповҡа һәм Өфө урман-техник техникумының директоры Динир Әхмәтйәновҡа мөрәжәғәт иттек.
Руслан Зарипов:
– Был мәлде оҙаҡ көттөк. Бөгөн беҙ бөтә дуҫтарыбыҙға, коллегаларға, уҙаҡташтарға беҙҙең ойошма һәм Өфө урман-техник техникумы “Урман күҙәтеүсеһе урман һағында” проектын тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын отоуыбыҙҙы хәбәр итеүебеҙгә шатбыҙ.
Президент фонды гранты конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Унда еңеү - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Ҡатнашыуға сәбәптәр бик күп булды. Бөтәбеҙ ҙә “Урман – ерҙең йәшел ҡалҡаны” тигән юлдарҙы ҡабатларға яратабыҙ, әммә был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе өҫтөндә һирәк уйланабыҙ. Ә бит урманһыҙ беҙҙең бер нимәбеҙ ҙә булмаҫ ине. Йылғалар ҙа, ғорур тауҙар ҙа, хайуандар ҙа... Улар бөтәһе лә үҙ-ара бәйле.
2015 йылда уҡ, ойошманы ойошторған саҡта, экологик проекттарҙы үҫтеререүҙе төп йүнәлештәрҙең береһе итеп алғайныҡ. Ҙур күләмле булмаһа ла, әммә мөһим йәмәғәт сараларын үткәреү буйынса тәжрибәбеҙ бар.
“Урман күҙәтеүсеһе урман һағында” проекты өҫтөндә бөтәбеҙ ҙә бергә уйланыҡ һәм конкурста ҡатнашырға ҡарар иттек. Һөҙөмтәлә – беҙҙең проектты иң юғары кимәлдә хупланылар.
- “Урман күҙәтеүсеһе урман һағында” проекты урманды һаҡлау менән бәйле булыуы аңлашыла. Динир Әсғәт улы, проект сиктәрендә тағы ла ниндәй саралар уҙғарыласаҡ?
– Проект буйынса мөһим бурыстарҙың береһе – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – урман янғындары менән көрәш һәм иҫкәртеү. Илебеҙҙең өстән ике өлөшө урман менән ҡапланған. Ҡайһы бер һандарҙы килтерәм: Рәсәй Эске эштәр министрлығының һәм “Рослесхоз”дың мәғлүмәттәре буйынса, 1992 йылдың башынан 2019 йылдың аҙағына тиклем Рәсәйҙә 635 мең самаһы урман янғыны теркәлгән. Урман янғындары килтергән зыян күләме йылына уртаса 20 миллиард һум тәшкил итә, уларҙың өс-ете миллиард һумы – урман хужалығына зыян (ағастарҙы юғалтабыҙ). Ҡалған юғалтыу – һүндереүгә һәм янған майҙандарҙы таҙартыуға сығымдар, хайуандарҙың һәләк булыуынан зыян, урмандарҙы тергеҙеүгә сығымдар һәм башҡалар.
Саралар күп буласаҡ. “Урман янғындарын һүндереү етәксеһе” һәм “Урман янғындарын һүндереү” программалары буйынса квалификация күтәреү курстарын ойоштороу юлы менән беҙ республиканың һәр муниципаль районында 54 ирекле дружина төҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Эшсе һөнәрҙәре, ”Урман янғын һүндереүсеһе” хеҙмәткәрҙәре вазифалары буйынса һөнәри әҙерлек программаһы буйынса уҡыуҙар ойоштороласаҡ, “Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса ойоштороу техник саралар” темаһына семинар уҙғарырға уйлайбыҙ.
Тирә-яҡ мөхит мәсьәләләрен иҫкәртеүҙә һәм хәл итеүҙә ҡатнашыусылар, урман хужалығы белгестәре, ирекле янғын һағы ағзалары, мәктәп урмансылығы ағзалары һәм студенттар ҡатнаша аласаҡ.
– Ҡатнашыусылары – аңлашыла. Ә кем уҡытасаҡ?
– Урман-техник техникумдың юғары квалификациялы уҡытыусылары һәм Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бүлектәренең, Урман янғынын һүндереү үҙәгенең төп белгестәре курстар үткәреүгә йәлеп ителәсәк.
– Руслан Булат улы, нисек уйлайһығыҙ, был проектты тормошҡа ашырыу беҙҙең граждандарҙа илһөйәрлек хистәрен үҫтереүҙә, тыуған тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә йоғонто яһаясаҡмы?
– Һис шикһеҙ. Проект халыҡта тирә-яҡ мөхиткә мөнәсәбәт буйынса илһөйәрлек хисен үҫтереүгә, ирекмәндәр төркөмөн урман янғындарын иҫкәртеүгә һәм уларға юл ҡуймауға әҙерлеккә йүнәлтелгән. Миҫал артынан алыҫ китергә кәрәкмәй. Быйылғы йәйҙе алайыҡ, бер нисә районда ҙур янғындар ҡоторған саҡта ылыҫлы урмандар янды, меңәрләгән хайуандар үлде. Бәлә ауылдар янына яҡын килде, әммә, бәхеткә күрә, янғынға ҡаршы хеҙмәттәр, ирекмәндәр һәм битараф булмаған кешеләр көсө менән ут һүндерелде. Ғөмүмән, проектты бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә әҙерлек үткән ирекле дружиналар үҙ көстәре менән, бәләне ғәҙәттән тыш кимәленә еткермәйенсә, янғынды башланған сағында уҡ һүндерә аласаҡ. Эҙемтәләр менән көрәшкәнсе, иң яҡшыһы – иҫкәртеү, тип әйтәләр бит.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас