Башҡортостан полицияһы эҙһеҙ юғалған Тимур Йәсәуиевте эҙләй.
17 йәшлек егет 16 августа Өфө районында, Михайловка ауылында юғалған. Ул Баҡса, 6/1 адресы буйынса урынлашҡан Башҡорт агросәнәғәт колледжынан сығып киткән.
Билдәләре: буйы 165 сантиметр самаһы, сәсе асыҡ-ҡуңыр төҫтә, ҡыҫҡа итеп алынған, кәкес танаулы, көрән күҙле.
Капюшонһыҙ ҡара куртка, аҡ футболка, ҡара-күк спорт трикоһы, һоро-аҡһыл көрән кроссовки кейгән булған.
Әгәр ҙә Тимур хаҡында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-917-782-23-10, 02, кеҫә телефонынан 102 һандары буйынса хәбәр итегеҙ.
Фото: “Горобзор” порталы.