Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2020, 09:00

Көпә-көндөҙ кешегә ут төрткәндәр...

Зыян күреүсенең тәне 80 проценттан ашыу янған.

Башҡа һыймаҫлыҡ хәл ошо көндәрҙә Дыуан районында теркәлгән. Көпә-көндөҙ ауылдарҙың береһендә магазин янында тәненә ут ҡапҡан ир табыла. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте тиҙ арала зыян күреүсене дауаханаға алып бара, ирҙең тәненең 80 проценттан ашыуы бешкәне асыҡлана, шулай уҡ тын алыу юлдары ла янған.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ир ошонда уҡ йәшәгән кеше булып сыҡҡан. Уға ошо уҡ көндә урманда билдәһеҙ кешеләр һөжүм иткән. Шул вәхшиҙәр уға бензин һибеп, ут төрткән.
Кешеләрҙең шул тиклем ҡанһыҙлығына хайран ҡалырлыҡ, тереләй яндырыуға ла барып еткәндәр. Полиция хеҙмәткәрҙәре иргә һөжүм итеүселәрҙе эҙләй, ваҡиға тураһында күреүселәр йә иһә ишетеүселәр булһа, шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото:borvedomosti.ru
Читайте нас