Кисә кискә ҡарай Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос авария була. Республика Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Инйәр-Белорет юл трассаһының 11-се километрында Илтирәк ауылынан сыҡҡан "КамАЗ" машинаһы үтеп барған еңел автомобилгә юл бирмәй, уға бәрелә. Һөҙөмтәлә, "Kia Spectra" автомобиле салонындағы 58 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында йән бирә. Шулай уҡ водитель һәм тағы ике пассажир - 27 йәшлек ҡыҙ менән 18 йәшлек егет ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Вафат булған ҡатындың Баймаҡ ҡалаһынан Фәриҙә К. булыуы асыҡланған. Ҡатындың яҡындары, дуҫтары был хәл тураһында ишеткәс, шаңҡып ҡалған. "Тормошто яратҡан, энергиялы, дәртле, бик күңелле кеше ине. Бик йәл..." - тип яҙа социаль селтәрҙә мәрхүмәне яҡындан белгән кешеләр.
Уның ире, ҡыҙы һәм ейәндәре ҡалған. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, ҡатын Өфөгә ҡыҙы янына барып, Баймаҡҡа ҡайтырға сыҡҡан. Ул етәксе урындарҙың береһендә эшләгән. Мәрхүмәне һуңғы юлға оҙатыу иртәгә, 10 сентябрҙә, тыуған ҡалаһы Баймаҡта үтә. Беҙ ҙә мәрхүмәнең яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре өйрәнелә.
Республика юлдарында бер тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2600-ҙән ашыу юл ҡағиҙәләре боҙоу осрағы теркәлгән, 13 юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше вафат булған, 15-е йәрәхәтләнгән.