Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2020, 07:30

Рөхсәтһеҙ урындан сығып, машинаға бәрелгән...

Был осраҡта кемде ғәйепләргә һуң?!

Өфө урамында 20 йәшлек йәйәүле рөхсәт ителмәгән урындан сығып, юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған. Уны машина бәрҙергән, бәхеткә күрә, иҫән ҡалған.
Республика Дәүләт автотоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария Менделеев урамында теркәлгән. 57 йәшлек водитель "Haval F7" автомобиленә идара иткәнендә тормозға баҫып өлгәрмәй һәм йәш егетте бәрҙерә. Зыян күреүсене төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар. Водитель ни өсөндөр спиртлы эсемлектәр эсеүгә тикшереү үтеүҙән баш тартҡан. Уға ҡарата административ протокол төҙөлгән.
Күп осраҡта рөхсәт ителмәгән урындан сығып, йәйәүлеләр үҙҙәре үк юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе һәм ғәйепле була. Шуға күрә юлды аша үткәндә ҡабанланмаҫҡа, тик рөхсәт ителгән урындан ғына сығырға кәрәк. Үҙегеҙҙең дә, машина йөрөтөүселәрҙең дә именлеген уйлағыҙ, авария осраҡтарына булышлыҡ итмәгеҙ! Барығыҙҙың да юлдарығыҙ имен булһын!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас