Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2020, 17:15

Тынысланырға иртә

Республиканың ҡайһы төбәге урмандарында юғары янғын хәүефе һаҡлана?

Көҙ булһа ла, урмандағы хәүефһеҙлек йәһәтенән тынысланырға иртә - сентябрь башында бер нисә янғын осрағы теркәлде.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле, мәҫәлән, Хәйбулла районы урмандарында 5-се класлы юғары янғын хәүефе һаҡлана.
Шулай уҡ республиканың 27 районында 4-се класлы янғын хәүефе ҡуйылған: Әлшәй, Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Өфө ҡалаһы округы. Ҡалған төбәктәрҙә - 3-сө класлы янғын хәүефе.
Быйыл республиканың урман фондында 131 янғын теркәлгән, уларҙа 4176 гектар майҙан зыян күргән. Былтыр иһә был күрһәткес 2160 гектар булған.
Читайте нас