Хәүефһеҙлек
10 Сентябрь 2020, 14:00

“Һыуға баттым, сыға алмайым!” тип шылтыратҡан...

Ҡотҡарыусылар шунда уҡ ваҡиға урынына йүнәлгән һәм... көтөлмәгән хәлгә шаһит булған.

"Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә Өфө районының Шемәк ауылы эргәһендәге һыуһаҡлағыста автомобилдең һыуға батыуы тураһында хәбәр килгән. Бәләгә тарыған ирҙең әйтеүенсә, ул автомобиле менән һыуға төшөп киткән, үҙаллы сыға алмаған, бата башлаған...
Ҡотҡарыусылар шунда уҡ ваҡиға урынына йүнәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, улар барыу менән көтөлмәгән хәлгә шаһит булғандар. Һыу ятҡылығы эргәһенә килеп етһәләр, аптырашта ҡалалар: алғы тәгәрмәстәре менән һыуға ингән автомобиль хужаһы руль артында тыныс ҡына ултыра, ярға сығырға ла уйламай. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, бындай хәлдәр йыш осрап тора. Ҡарға йәиһә батҡаҡҡа батҡан машинаһын алып сығыу өсөн водителдәр шундай алдау юлы менән ҡотҡарыусыларға шылтырата икән.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев әйтеүенсә, экстрен хеҙмәтте үҙ файҙаһында ҡулланырға тырышҡан был водителде лә административ яуаплылыҡҡа тарттырырға тура киләсәк.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас